VIII «Урал аръяғы-2026» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы

Балалар сәнғәт мәктәбенең театр класы уҡыусылары Әхмәдйәнова Әнисә һәм Позелов Никита бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында үткән VIII «Урал аръяғы-2026» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына һәм Ҡала көнөнә арналған балалар коллективтарының концерт программаһын алып барҙы.

Шулай уҡ «Мәликә», «Толпар», «Осҡон», «Сулпан» һәм «Йәйғор» өлгөлө ансамблдәре сығыш яһап, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.

Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә яңы үрҙәр, уңышлы уҡыу йылы теләйбеҙ.