Ҙур этнографик диктант
Бөгөн Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре «Ҙур этнографик диктант» акцияһына ҡушылды. Диктант эше тест формаһында бирелде һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды. Сарала ҡатнашыусылар 30 һорауға яуап биреп, этнографик белемдәрен һанап ҡараны. Халҡыбыҙҙы берләштереүсе был сара быйыл ун беренсе тапҡыр уҙа. Уның төп маҡсаты — илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә һәм милли берҙәмлегенә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү. Был саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Ҙур этнографик диктантты бергәләп яҙайыҡ!





















