Дүртенсе сирек башланды
Иң оҙон сирек тамамланып, көтөп алған яҙғы каникулдар ҙа үтеп китте. Балалар сәнғәт мәктәбе лә балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Дүртенсе сирек иң яуаплы сиректәрҙең береһе, сөнки уҡыусылар конкурстарҙа һәм төрлө сараларҙа ғына ҡатнашып ҡалмай, ә сығарылыш имтихандарына, йомғаҡлау концерттарына ентекле әҙерлек башлай. Уҡыутыусыларға һәм уҡыусыларға ижади уңыштар теләйбеҙ.





















