Рәсәй халыҡтары телдәре көнө

8 сентябрҙә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр «Рәсәй халыҡтары телдәре» көнө билдәләнә.
Байрамдың төп маҡсаты булып, Рәсәйҙең тел байлығын һаҡлау, туған телдәрҙе популярлаштырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм илдә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләү тора.
Ошо уңайҙан балалар сәнғәт мәктәбендә кластан тыш сара үтте. Уҡыусыларға был көндөң килеп сығышы, беҙҙең илдә йәшәүсе милләт вәкилдәре һәм күп теллелек тураһында мәғлүмәт бирелде.