Международный день родного языка

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө.

Бөгөн бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.

Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

“Теле барҙың – иле бар” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Балалар сәнғәт мәктәбенең «Йәйғор» өлгөлө балалар фольклор ансамбленән йырлы сәләм.