Йәнтөйәккә файҙалы эштәр

25 февраль Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбендә Дамир Хәлит улы Ибраһимов хореография бүлегендә уҡыған уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Бейеүсе һөнәренә тәүге аҙымдарын ул тап Балалар сәнғәт мәктәбендә Хәйбуллина С.С. һәм Маматова М.Д. кластарында яһай.
Дамир Хәлит улы Силәбе дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, «Сибай», «Мираҫ» йыр һәм бейеү коллективтарында уңышлы эшләй. Хәҙерге көндә Туймазы ҡалаһының «Сәфәр» өлгөлө бейеү ансамблен етәкләй. Бөгөн беҙ уны оҫта бейеү һалыусы булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Дамир Хәлит улы тарафынан һалынған дәртле «Һалдат бейеүен» «Осҡон» бейеүселәре лә ошо арала сәхнәгә сығарыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Администрация, уҡыусылар, ата-әсәләр исеменән Дамир Хәлит улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уға киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ.

#ДетскаяШколаИскусств
#ДетскаяШколаИскусствСибай
#ОдинДеньИзЖизниШколы
#сибай
#Атайсал