1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө

Бөтә нимә ғаиләнән башлана. Яҡыныңа хәстәрлек, телгә һөйөү, олоно ололау, кесене ҡурсалау ҙа ғаиләнән килә. Был донъяға яңы тыуған кешене ғаилә ҡаршы ала, уны тәрбиәләй һәм ҙур тормош юлына оҙата.
Балалар сәнғәт мәктәбендә лә татыу, рухлы, киләсәккә ныҡлы аҙымдар менән атлаусы һоҡланғыс ғаиләләр бар: Мирасбаевтар, Заһиҙуллиндар, Хафизовтар.
Байрам менән, дуҫтар! Ғаиләләребеҙ ныҡлы, ҡотло, бәхетле булһын!