Ҡурай көнө менән!

2024 йылда Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡарарына ярашлы 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде.

Шул уңайҙан, балалар сәнғәт мәктәбендә «Ҡурай — тыуған ерҙең тауышы» тигән кластан тыш сара үткәрелде. Уҡыусыларға данлыҡлы ҡурайсылар тураһында мәғлүмәт бирелде һәм башҡорт халыҡ көйҙәре уйнап ишеттерелде.

Белеүегеҙсә, беҙҙең мәктәптә «Илдан» ҡурай ансамбле әүҙем эшләп килә. Етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәҙерғолов Илмир Амур улы.