Балалар сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне!

29 март Балалар сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне!Йәш бейеүселәр тамашасыларға онотолмаҫлыҡ бейеү байрамы бүләк итте. Сәхнәлә хәҙерге уҡыусыларҙың төрлө йылдағы сығарылыш уҡыусылары менән бер сәхнәлә бейеп йөрөүе байрамға дәрт өҫтәне.«Осҡон»дарҙы Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы С.В. Озерцов, Сибай ҡалаһы ҡала округының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Р. Нәҙерғолова һәм балалар сәнғәт мәктәбе директоры Г.Ш. Баянова ҡотлап үтте һәм хәҙерге көндә эшләп йөрөүсе уҡытыусыларға рәхмәт хатттары тапшырҙы. Шулай уҡ байрам менән ҡотларға тәүге сығарылыш