«Толпар» өлгөлө бейеү ансамбленең йомғаҡлау концерты
22 май Сибай концерт театр берекмәһендә «Толпар» өлгөлө бейеү ансамбленең йомғаҡлау концерты үтте.
“Бәхетле бала саҡ” тип аталған концерт сағыу бейеүҙәре менән тамашасы күңеленә хуш килде.
Ата-әсәләр, администрация исеменән Алһыу Шәмсетдин ҡыҙына һәм Самат Салауат улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, «Толпар» ансамбленә артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!



















