Балалар сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне!

29 март Балалар сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне!
Йәш бейеүселәр тамашасыларға онотолмаҫлыҡ бейеү байрамы бүләк итте. Сәхнәлә хәҙерге уҡыусыларҙың төрлө йылдағы сығарылыш уҡыусылары менән бер сәхнәлә бейеп йөрөүе байрамға дәрт өҫтәне.
«Осҡон»дарҙы Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы С.В. Озерцов, Сибай ҡалаһы ҡала округының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Р. Нәҙерғолова һәм балалар сәнғәт мәктәбе директоры Г.Ш. Баянова ҡотлап үтте һәм хәҙерге көндә эшләп йөрөүсе уҡытыусыларға рәхмәт хатттары тапшырҙы. Шулай уҡ байрам менән ҡотларға тәүге сығарылыш уҡыусылары ла килеп етте: Мостафин Рәмил – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы артисы; Ибраһимов Дамир — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Туймазы ҡалаһының «Сәфәр» бейеү коллективы етәксеһе; Альбина Фәйезова-Юлыева – Рәсәйҙең атҡаҙанған «Далан» коллективы етәксеһе Ҡырмыҫҡалы районыны; Айна Намазкаева-Ғирфанова хореограф, 2004 йылғы Президент стипендиаты; Ғөбәйҙуллин Айсуак «Мираҫ» ансамбле солисы, 2012 йылғы Президент стипендиаты.
Күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҙур өлөш индергән, ансамблдең етәксеһе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Салауат ҡыҙы «Ал да нур сәс халкыңа» миҙалы менән бүләкләнде. Награданы Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма Комитеты ағзаһы, Урал Аръяғы райондары кураторы Ю. Х. Рәхмәтуллин тапшырҙы.
«Осҡон» ансамбленең юбилей концертын ойоштороуҙа ҙур ярҙам итеүсе ижадташ дуҫтары Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Г.В. Аҡназароваға, Э.В.Аҡназароваға, Ф.Х. Ғөбәйҙуллинға, А.А. Нәбиуллинға, алып барыусылар Г.М. Тләүсинаға, И.Динисламовҡа, И.Н. Пивовароваға, тауыш операторы Г.В. Моратовҡа, яҡтыртыу ҡорамалдары операторы М.Г. Алтынбаевҡа, Балалар сәнғәт мәктәбе коллективына, ойоштороу комитеты етәксеһе Л.И. Булатоваға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа «Осҡон» ансамбленә артабан да яңы үрҙәр, еңеүҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ, илһам сығанағығыҙ һүнмәһен-һүрелмәһен! «Осҡон» йәшәһен, йәшнәһен, сәскә атһын!