Бейе,бейе бейеүсе

Бейеү кешене йәшәртә, дәртләндерә, илһамланып йәшәргә ҡанат ҡуя. Балалар сәнғәт мәктәбендә лә бейеү ансамблдәре төп урынды биләй.

Кисә, йәғни 19 декабрь «Осҡон» һәм «Мәликә» өлгөлө бейеү ансамблдәре солистарының концерты үтте. Концертта ҡатнашыусылар үҙҙәрен Рәсәй, республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә лә һынатмай. Уларҙың һәр сығышын ата-әсәләр тарафынан ихлас ҡаршы алынды һәм алҡыштарға күмелде.