Афарин, уҡыусылар!
11 апрель Балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында «Афарин» Республика хореография сәнғәте конкурсының йомғаҡлау этабы үтте. Конкурс «Яңғыҙ башҡарыусылар» һәм «Ансамблдәр» номинациялары буйынса өс этапта уҙғарылды. Өсөнсө этапта ҡатнашыу өсөн юғары башҡарыу кимәлен күрһәткән конкурсанттар һайлап алынды һәм улар араһында беҙҙең уҡыусыларҙың булыуы, юғары кимәлдә сығыш яһауҙары бик ҡыуаныслы.
— Ишмырҙин Динислам — 1-се дәрәжә дипломы лауреаты;
— Тимербулатов Ғәлихан — 1-се дәрәжә дипломы лауреаты;
— “Мәликә” өлгөлө бейеү студияһы — 2-се дәрәжә дипломы лауреаты;
— Мамлеева Самира — 3-сө дәрәжә дипломы лауреаты.
Барлыҡ конкурсанттарҙы һәм уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Артабанда ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!