Афарин, Розалина!

17-18 апрель  Мәсетле районында Роберт Заһретдинов исемендәге «Ҡумыҙ йөрәге» төбәк-ара этнофестивале үтте. Конкурста Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 250-нән ашыу конкурсант ҡатнышты.

16 йәшкә тиклемге солистар араһында Ишьярова Розалина I дәрәжә  дипломы менән бүләкләнде. Розалинаға уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.